+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ғаиләгә арнап

Бөгөн - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Өфөләге 38-се модель балалар китапханаһында «Ромашкалы кәйеф» тигән кисә үткәрелде.

Ғаиләгә арнапҒаиләгә арнап
Ғаиләгә арнап

Китапханасы был байрамдың башланғысы һәм йолалары, илебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен ҡурсалаусы Феврония һәм Пётр Муромскийҙар тураһында һөйләне. Балаларға урыҫ һәм сит ил авторҙарының нәфис әҫәрҙәрендә ғаилә темаһы сағылыш тапҡан китаптар тәҡдим итте.

Китап һөйөүсе кескәй дуҫтар үҙҙәренең ижади һәләттәрен дә күрһәтте. Улар байрамға ромашка таждарынан торған йөрәк-асылмалар яһаны һәм теләктәрен яҙҙы. Матур килеп сыҡты. Уларҙы иһә атай-әсәйҙәренә, олатай-өләсәйҙәренә бүләк тә итәсәктәр.

 

Анна ЕГОШИНА.

Өфө ҡалаһы.

Ғаиләгә арнап
Ғаиләгә арнап
Ғаиләгә арнап
Ғаиләгә арнап
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас