+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
6 Август 2025, 08:03

Светофор көнө

Халыҡ-ара светофор көнө менән ҡотлайбыҙ!🚦

Светофор көнөСветофор көнө
Светофор көнө

Йыл һайын 5 августа ошо мөһим көндө билдәләйбеҙ. Светофор - ул хәрәкәтте көйләүсе ҡоролма ғына түгел, ә бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙлек символы ла.
Светофор сигналдарын үтәү аварияларҙы булдырмаҫҡа һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Төп ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
Ҡыҙыл янһа, туҡтағыҙ һәм йәшел сигнал көтөгөҙ.
Һары яҡтылыҡ иҫкәртә: туҡтарға әҙерләнегеҙ.
Йәшел яҡтылыҡ юл асыҡ!
Беҙҙең 263-сө балалар баҡсаһында Светофор көнөндә төрлө уйындар, йыр булды. Балалар шиғырҙар ҙа һөйләне.

Светофор үҙе балаларға килде. Төрлө йомаҡтар, тиҙәйткестәр алып килгән. Юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр.
- Әйҙәгеҙ, юлдарыбыҙҙы хәүефһеҙерәк итәйек! - тине Светофор .
Унан тыш, балалар бөгөн үҙ ҡулдары төрлө материалдан эшләгән светофорҙарҙы күргәҙмәгә килтергәйне. Бик фәһемле һәм ҡыҙыҡ байрам булды.

Лилиә ВӘХИТОВА.

Өфө ҡалаһы.

Светофор көнө
Светофор көнө
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас