

Башҡортмон
Башҡорт милләтенәнмен:
Бар шәжәрәм, ораным.
Ҡосағында бәүелтә
Әсәй – Башҡортостаным!
Ҡолағымды иркәләй
Ҡумыҙ, ҡурай моңдары.
Салауат улы булған
Мин бит – Башҡортостанлы.
Ил тарихын һөйләгән
Сәсәнемә баш эйәм.
Ҡандар ҡойоп яуланған
Тормош ҡәҙерен беләм.
Һыуҙа йөҙгән балыҡтай,
Күктә осҡан ҡоштарҙай,
Азат тоям үҙемде –
Ҡурсалай Башҡортостан!
Таратҡан ил-халҡымдың
Дандарын бөтә илгә
Рәхмәт кенә уҡыйбыҙ
Әхмәтзәкиебеҙгә!
Ҡеүәтле илкәйгенәм
Батыр улдары менән.
Яуҙа еңелеү белмәҫ
Улдарына баш эйәм!
Яу көрәшен тиңләгән
Һабантуй бәйгеһенә
Черкесты еңгән Алдар
Һәр кемдең йөрәгендә.
Ҡеүәтле илкәйгенәм
Күркәм ҡыҙҙары менән.
Һәҙиәнең “Ырғыҙ”ы
Йөҙөбөҙгә тап килгән.
Ҡыр-болоном, тауҙарым,
Йылғаларым күп минең.
Үҙемдәй ғорур тауҙар
Ҡалҡандай һаҡлай күгем.
Башҡорт милләтенәнмен:
Бар һутлы туған телем.
Яҡты итә көнөмдө
“Башҡорт” тигән исемем!