+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
29 Август 2025, 09:04

Һаман да иҫтә

1 сентябрь. Яңы уҡыу йылы башланғанда һәр кем тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн иҫкә алалыр. Ә һеҙҙең I синыфҡа барған мәлегеҙ нисек хәтерегеҙҙә һаҡлана?  Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. 

Һаман да иҫтәҺаман да иҫтә
Һаман да иҫтә

- 1 сентябрь һәр ваҡытта күңелемдә мөһим урын алып тора. Әсәйем уҡытыусы булып эшләне. Шулай ҙа I синыфҡа барғанда уға, әсәй, мине ҡалдырып китмәйеңме, дәрестән һуң килеп алаһыңмы, тип борсолғаным хәтерҙә. Ғаиләлә иң кесеһе, иң иркәһе булғанғалыр инде.

Бик шаян, шуҡ инем. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Әммә әсәйем ҡаты тота торғайны, ул ғүмер буйы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләне. Бар уҡытыусыларымды ҙур ихтирам менән иҫкә алам. Беҙ бит улар тураһында хатта ашамайҙарҙыр, тип уйлай торғайныҡ. Тыуған ерем Белорет районы Йөйәк мәктәбендә көслө тәрбиә бирҙеләр. Рәхмәтлемен.

Барлыҡ уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы етеп килгән Белем көнө менән ҡотлайым. Беренсе булһындар. Тырышып уҡыһындар, белемле кеше хур булмай.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас