+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
30 Август 2025, 10:26

Һаман да иҫтә

Тәүге 1 сентябрен хаҡлы ялдағы уҡытыусы, гәзитебеҙҙең дуҫы Тәнзилә Ҡунафина бына нисек хәтерендә ҡалдырған.

Һаман да иҫтәҺаман да иҫтә
Һаман да иҫтә

 — Мин 1959 йылда I синыфҡа барҙым. Ул мәлдә әллә ни байрам ойоштормайҙар ине. Синыф бүлмәһенә индереп ултырттылар ҙа уҡытыусыбыҙ Хәйбуллин Вәғиз Кәлимулла улы менән таныштырҙылар. Шунан бер апай уҡытыусы беҙҙе фамилияларыбыҙҙы әйтеп, барлап сыҡты. Сират миңә еткәйне:"Мәктәптә бындай нәмәләр тағырға ярамай,"— тип, бәләкәй генә йөрәк формаһындағы һырғаларымды систереп, кеҫәмә һалып ҡуйҙы.
Тағы шуныһы иҫтә: бөтә ҡыҙҙар ҙа һоро күлдәк, аҡ алъяпҡыс таҡҡан. Мин генә аҡ ерлеккә ваҡ ҡына сәскәләр төшөрөлгән өр-яңы ситса күлдәктә инем. Башҡаларҙың формаһына күҙем ҡыҙҙы, әммә ундай кейем алырға мөмкинлегебеҙ булманы.

Элек ауылға фотограф килһә генә фотоға төшә торғайныҡ. Мин гел "бишле"гә уҡыным. Беҙҙең ваҡытта I синыфта уҡ баһа ҡуялар ине. Уҡыу йылы уртаһында миңә уҡытыусылар бүлмәһенә килергә ҡуштылар. Унда эш боҙғандарҙы ғына саҡырғас, ниндәй эш боҙҙом икән, тип аптырап киттем. Баҡһаң, фотограф килгән, отличниктарҙы фотоға төшөрәләр икән. Уҡыу миңә бик еңел бирелде. Иптәштәрем теге йәки был хәрефте белмәһә, аптырай торғайным. Беренселә үк китапхананан китап алып уҡыным. Башта миңә бирмәҫкә маташтылар. Уҡып күрһәтеп, йөкмәткеһен һөйләгәс, рөхсәт булды.

Бөтә фәндәр ҙә оҡшай ине. Бишенселә уҡығанда урыҫ теле уҡытыусыһы миңә синыфта диктант яҙҙыртырға ҡуша торғайны: "Һин барыбер "бишле"гә яҙаһың, диктовать ит," — ти ине.
Уның ҡарауы, яҙыуым насар булды. Дөрөҫөрәге, бысратып бөтә торғайным. Һуңынан сәмләнеп китеп, бер ҡалын дәфтәргә шиғырҙар күсереп яҙа башланым. Яҙыуым шунан матурайҙы.
Форманы аҙаҡ алыуын алдылар ҙа ул. Бер нисә йылға етһен тип, ҙур үлсәмлеһен һайланылар. Оҙон була торғайны. Шуға күрә ҙур синыф малайҙары мине, ҡоҙағый тип үсекләне.

 

Һаман да иҫтә
Һаман да иҫтә
Һаман да иҫтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас