

Фәнил БҮЛӘКОВ, шағир, Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы директоры:
- Ҡояшлы матур көн ине. Әсәйем, урыҫ теле уҡытыусыһы, ҡулымдан етәкләп мәктәпкә алып барҙы. Линейканан һуң XI синыф уҡыусылары беҙҙе мәктәпкә алып инде. Мин балалар баҡсаһына йөрөмәгәс, бөтәһе лә яңы, ят булып күренде. Мәктәп оло бер тылсым донъяһы кеүек ине ул көндө.
Тәүге уҡытыусым Янбаева Ләлә Имам ҡыҙы булды. БаССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ләлә Имам ҡыҙы Янбаева булды. Учалы районы Иманғол ауылында белем алдым.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА, яҙыусы, журналист:
- 1997 йылда тыуған яғым Ғафури районының Юлыҡ мәктәбенә уҡырға төштөм. Яңы ғына һалынған ике ҡатлы белем усағының беренсе ҡарлуғастары булараҡ ауыл тарихында тороп ҡалдыҡ. Тәүге уҡытыусым, өс туған бабайымдың ҡатыны булғас, Гөлфара Махийән ҡыҙын алдан уҡ белә инем. Тәүге ҡыңғырауҙы мин шылтыраттым. Ун беренсегә килгән бер ағай яурынына ултырып яңы уҡыу йылының тәүге дәресенә саҡырғанда, минән ете йәшкә оло, VIII синыфҡа барған бер туған Зилә апайымдың: “Ҡыңғырауыңды әйләндереп тот”, - тип шыбырлауын аңғарып ҡалдым. Баҡһаң, төбөнән тотоп шылтыратырға маташҡанмын икән...
Бер йылды иһә уҡырға барыр алдынан әсәйем дауаханала булды. Күрше әбейҙәр һәр береһе баҡсаларынан сәскәләр өҙөп, миңә матур бер гөлләмә яһанылар. Бер апай сәсемде матур итеп йыйып ҡуйҙы. 1 сентябрь һәр йылды тиерлек шундай матур, ҡыҙыҡ ваҡиғаларға бай булыуы менән хәтеремдә уйылып ҡалған.
Ғөмүмән, ун бер йыл мәктәптә, биш йыл юғары уҡыу йортонда белем алыу дәүерендә 1 сентябрь минең өсөн яңы башланғысҡа әҙерләнеү мәле һымаҡ итеп ҡабул ителде. Бер ауылда булһаҡ та, синыфташтарыбыҙҙы, уҡытыусыларыбыҙҙы һағынып, талпынып бара инек.
Уҡыусыларға, етеп килгән яңы уҡыу йылында, тырышып уҡыуҙарын, үҙҙәрен төрлө яҡтан үҫтереүҙәрен теләйем.