+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
4 Сентябрь 2025, 05:32

"Терроризмһыҙ киләсәк, киләсәкһеҙ терроризм"

Ошо девиз аҫтында Терроризмға ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата "Юлаевсы" үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары өсөн берҙәмлек акцияһы үткәрелде. 

"Терроризмһыҙ киләсәк, киләсәкһеҙ терроризм""Терроризмһыҙ киләсәк, киләсәкһеҙ терроризм"
"Терроризмһыҙ киләсәк, киләсәкһеҙ терроризм"

Китапханасы Осетияның бәләкәй генә ҡалаһында булған трагедия, йөҙҙәрсә бер ғәйепһеҙ ҡорбандар тураһында иҫкә төшөрөп үтте. Балаларға терроризм һүҙенең мәғәнәһен аңлатып, хәүеф янағанда, билдәһеҙ предметтар тапҡанда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты. 

Һуңынан "Бергәләп терроризмға ҡаршы" тигән акцияла үҫмерҙәр "Тыныслыҡ уста" плакатына террорға ҡаршы яҙыуҙарын ҡалдырҙы. Был беҙ бергә көслөбөҙ тигән мәғәнәне аңлата. Берҙәм булғанда ғына кешеләр терроризмға ҡаршы тора һәм тыныслыҡты һаҡлай ала.

Анна ЕГОШИНА, 

Өфө ҡалаһы,

38-се балалар китапханаһы етәксеһе.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас