

Башҡортостан - күп милләтле республика, 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.
Ошо көндә ойошторолған матур, ҙур йөкмәткеле саралар аша, беҙҙең үҫеп килгән быуын да башҡа милләттәр теленә, мәҙәниәтенә ҙур хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә, уларҙа тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна.
Барығыҙҙы ла ошо оло байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә тик именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Лариса ВӘЛШИНА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.