+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
12 Сентябрь 2025, 10:22

Милли кейем көнө

"Быуаттарҙың алтын һибелеше" тип атаныҡ бөгөнгө Милли кейем көнөнә арналған музыка сәғәтен.

Милли кейем - ул халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм йәшәү рәүеше. Беҙҙең сараға куптәнге дуҫтарыбыҙ - 1-се "Ҡояшкай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре килде. Сағыу милли кейемдәге кескәйҙәр араһында урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш милләттәре вәкилдәре бар ине. Улар музейыбыҙҙа Рәсәй халыҡтары көйҙәре аҫтында үҙҙәренең милли кейемдәрен күрһәтте. Шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр һәм "Алтын ҡапҡалар" уйынын уйнанылар. Байрамда һәр кем районыбыҙҙа йәшәгән милләттәр, ата-бабаларҙың көнкүреше, мәҙәниәте тураһында күп яңы мәғлүмәт белде. Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар. 

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөндә уткәргән саралар төрлө милләт вәкилдәрен берләштерә, үҙ халҡыңдың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә өйрәтә.Беҙ ҙә баләкәстәрҙе сараға саҡырғанда алдыбыҙға ошо маҡсатты ҡуйғайныҡ. Ә Талбазынан шәхси эшҡыуар Ирина Лекова кескәйҙәргә һәм балалар баҡсаһына бүләк, тәмлекәстәр өләште.

"Сағыу, үҙенсәлекле сараға саҡырғанығыҙ, кескәйҙәрҙе халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныштырғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! - тине 1-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Татьяна Зайкина.

Әлфирә РӘХМӘТУЛЛИНА,

Талбазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре.

Ауырғазы районы.

 

 

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас