

Беҙ белем алыу менән бергә ярты көнөбөҙҙө шунда уҙғарабыҙ, төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ, дуҫтар табабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ иһә иң яҡын серҙәшебеҙгә, остазыбыҙға әйләнә. Мин дә гимназиямды яратам. Унда һәр көнөм файҙалы, ҡыҙыҡлы үтә. Дүртенсе йыл инде беҙҙе һәр саҡ иртән яҡты йөҙ менән ҡаршы алған синыф етәксебеҙ Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хасаева һәр беребеҙ менән уртаҡ тел таба белә. Дәрес темаларын матур итеп аңлатыуы менән иң яҡын кешеләребеҙҙең береһенә әйләнде.
Мәктәпкә әҙерлек осоронда иһә утыҙ йылға яҡын балаларға белем биргән Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова эргәбеҙҙә булды. Унан да күп нәмәгә өйрәндем. Әлеге ваҡытта беҙҙең төркөмдө урыҫ теленән уҡыта. Уҡытыусылар нәҫеленән булған мөғәллимә мөләйемлеге менән дә һәр-беребеҙҙең күңеленә асҡыс таба.
Ике остазым да төрлө фәнни-ғәмәли конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Республика кимәлендә уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе лауреаттары. Матур итеп кейенгән, күркәм холоҡло, һәр дәресте үҙенсәлекле итеп уҙғарырға тырышҡан мөғәллимәләргә гимназиябыҙҙағы бик күп ҡыҙҙар оҡшарға теләйҙер. Белем усағыбыҙ 55 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләгәндә ошондай уҡытыусылары уның абруйын тағы ла арттыра. Бала саҡтарынан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған һәм был һөнәргә тоғро ҡалған хөрмәтле Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙына һәм Гөлназ Әнүәр ҡыҙына киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр теләйем.
Алтынай УРМАНШИНА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.