+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
9 Октябрь 2025, 11:09

Бөгөн - Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө

1896 йылдың 9 октябрендә хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист Шәһит Хоҙайбирҙин тыуған.  

Бөгөн - Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөБөгөн - Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Бөгөн - Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө

Ул тәүҙә ауылдағы мәктәптә уҡый, шунан Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһендә белем ала.

Шәһит Хоҙайбирҙин ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә гәзиттәрҙә үҙенең 30-лаған әҫәрен баҫтыра. Уларҙың күбеһе февраль һәм октябрь революциялары ваҡиғаларын, граждандар һуғышын сағылдыра. 

2024 йылда вафат була. Ҡәбере - Өфөләге В.И.Ленин исемендәге паркта.

1989 йылда республикабыҙҙа журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырыла. 1996 йылда ул Башҡортостандың дәүләт премияһы статусын ала. 

Өфөлә шәхестең йорт-музейы бар. Унда оҙаҡ йылдар ҡыҙы, күренекле балирина РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Тамара Хоҙайбирҙина йәшәгән.

Башҡортостан журналистары йыл һайын Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөнә ҡарата митинг ойоштора, Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскәләр һала.

Фото: Валерий Шахов.

Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас