

Ысынлап та, атай-әсәйле булып, мохтажлыҡ күрмәй йәшәүгә ни етә?! Балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә яҙһын!
Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын! Атайҙар көнө, йәш булыуға ҡарамаҫтан, бик әһәмиәтле, кәрәкле байрам.
Концертыбыҙ ауыл хакимиәте үҙ идара белгесе Рәсимә Фәнил ҡыҙы Ашированың ҡотлау һүҙҙәре менән башланып китте. Ул ауыл хакимиәте исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Беҙ инде ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле байрам концерты әҙерләп, мәҙәниәт йорто исеменән бәләкәй генә бүләктәр бирҙек. Ауылыбыҙҙың данын, тыныс тормошон яҡлаусы егеттәребеҙгә көслө доғалар яҙылған бетеүҙәрҙе тапшырҙыҡ, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һаҡлар, тип ышанабыҙ. Байрам аҙағында ҡунаҡтарҙы тәмле сәйҙәр эсереп оҙаттыҡ.
Бөтә атайҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Сулпан ЮЛДАШЕВА.
Стәрлетамаҡ районы.