+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
21 Октябрь 2025, 07:30

Бөгөн - Милли бейеү көнө

Был иҫтәлекле датаны булдырыу тураһында Радий Хәбиров VI Бөтә донъя ҡоролтайында хәбәр иткәйне.

Бөгөн - Милли бейеү көнөБөгөн - Милли бейеү көнө
Бөгөн - Милли бейеү көнө

Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрь - бөйөк хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Ул - күренекле бейеүсе, хореограф һәм балетмейстер, башҡорт хореография сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм уның тәүге художество етәксеһе, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Башҡортостаныбыҙҙың бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бейеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

 

 Һүрәттә: Тимур Ишмуллин (уртала) - Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының V «В» синыфы уҡыусыһы. Ул Өфөләге «Саптар» бейеү студияһында шөғөлләнә.  Етәксеһе - Радик Бакиров.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас