Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Розалия Йәлил ҡыҙы уҡыусылары менән был көндө лә бушҡа үткәрмәгән.
"Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө. Дүртенселәр балаларҙың иң яратҡан, бар теләктәрен башҡарыусы "һыуыҡ" бабайҙың тыуған көнөн билдәләне. Йомаҡтар ҡойошоп алдылар. Рәсем дәресендә мөғжизәле Ҡыш бабай һүрәттәрен яһаны улар. Яңы йылға изге теләктәрен дә уйлап ҡуйҙылар. Тыуған көнөң менән, Ҡыш бабай!" - тип яҙып ебәргән әүҙем дуҫыбыҙ. Рәхмәт!