-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
27 Ноябрь 2025, 13:36

Машина ла йөрөтә

Донъяла әсәйҙән дә изге, ҡәҙерле кеше юҡ. Сөнки ул беҙҙе бәләкәйҙән ҡарап үҫтерә, ҡайғырта. Әсәйем Аскарова Фәймә Сәғит ҡыҙына – 38 йәш.

 Тыуған-үҫкән ере – Бөрйән районы Килдеғол ауылы. IX синыфтан һуң Сибай интернат-гимназияһында уҡыуын уңышлы тамамлаған. Унан Сибай институтында филолог һәм башланғыс синыфтар һөнәренә уҡыған. Әсәйем әлеге ваҡытта декрет ялында. Ҡурғашлы ауылы башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, коллегалары үҙен ярата һәм хөрмәт итә.

Әсәйемдең яратҡан шөғөлө – тәмлекәстәр бешереү, компоттар, салаттар әҙерләү, гөлдәр үҫтереү. Беҙҙең баҡсабыҙ ялтырап тора, унда сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ! Әсәйем үҙе шундай әүҙем инде. Ауылда үткән сараларҙан бер ҙә ситтә ҡалмай. Матур итеп ҡатнаша, йырлай, бейей. Холҡо изгелекле, кәрәк саҡта талапсан да. Күҙҙәре һоро, сәстәре ҡара, ҡулдары йомшаҡ. Уның ял иткәнен күргәнем юҡ, өйҙә гел эш менән булыша.

Әсәйем тәмле итеп  ҡоймаҡ ҡоя, билмән, манты, бәлеш бешерә. Ул машинаны ла оҫта йөрөтә, беҙҙе кәрәк ергә, ял итергә алып бара.

Киләсәктә әсәйемә оҙон ғүмер, уңыш, бәхет, һаулыҡ теләйем. Беҙ уны һеңлеләрем менән бик яратабыҙ, ярҙам итәбеҙ, ул һәр ваҡыт беҙҙең янда, кәңәштәрен бирә. Оҙаҡ йәшә, әсәкәйем!

Йәнгүзәл АСҠАРОВА.

Бөрйән районы,

Байназар урта мәктәбе.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас