-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
28 Ноябрь 2025, 10:00

Инглиз теленән уҡыта

Минең әсәйем – Ҡарағолова Гүзәлиә Әхмәт ҡыҙы.

Инглиз теленән уҡыта
Инглиз теленән уҡыта

 Ул Тимер ауылында Дәүләтбирҙиндәр ғаиләһендә тыуған. Бәләкәс сағында әсәйем китап уҡырға, уйнарға, төрлө эштәр эшләргә яратҡан. Әле лә китап уҡыу ғәҙәтен ташламаған. Беҙҙе лә әҙәби китап менән дуҫ булырға өйрәтә. Мәктәпте тамамлағас, ул Сибайҙағы педагогия университетында белем ала.

Әсәйем инглиз теленән уҡыта. Мәктәптә уҡыусыларҙы сит телгә өйрәтә. Эше бик ауыр тип иҫәпләйем, әммә әсәйем балаларҙы ярата.

Ул баҡсала төрлө сәскәләр үҫтерә, өйөбөҙҙә лә бик күп төрлө гөлдәр бар. Апайым Зилиә менән әсәйемә һәр саҡ ярҙамлашабыҙ. Шулай уҡ беҙ тыштағы эштәрҙе лә эшләшәбеҙ. Мәҫәлән, кәртүк йыйыу, тауыҡтарға ем биреү, йәй көндәре баҡсала йәшелсә үҫтереү һәм башҡалар. Ул бар күңелен биреп эшләй, бешергән икмәге һәм төрлө бәлештәре бик уңа һәм телде йоторлоҡ тәмле була.

Мин әсәйемде яратам һәм уға һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер һәм күп-күп матур теләктәр теләйем!

Наҙгөл ҠАРАҒОЛОВА,

V синыф уҡыусыһы

Бөрйән районы,

Байназар урта мәктәбе.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас