Ҡәҙерле әсәйем, Гөлйемеш Янбаеваға арнала!
Минең ҡәҙерле әсәйем – Гөлйемеш Янбаева. Ул кафела ашнаҡсы булып эшләй, мин әсәйем менән сикһеҙ ғорурланам! Уның бешергән ризыҡтарын барыһы ла маҡтап телгә ала, яратып һөйләйҙәр — был уның һөнәренә булған мөхәббәтен күрһәтә. Әсәйем бар ергә лә өлгөрә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа белә. Атайым менән бергә беҙҙе, балаларын, ҙур һөйөү менән тәрбиәләй. Яҡындары өсөн ул хәстәрле туған, шуға ла уны "Беҙҙең Гөлемеш" тип яратып торалар. Әсәйем, ҡәҙерлем, һин минең өсөн иң яҡын кеше! Байрам менән! Мин һине бөтә йөрәгем менән яратам!
Һөйөү менән,ҡыҙы
Әмилә Янбаева, IVсиныф уҡыусыһы.
Ҡәҙерле әсәйем — Әлиә
Ҡәҙерле әсәйем, һине Әсәйҙәр байрамы менән ихлас ҡотлайым! Әсәйемдең исеме ғәрәп телендә “бөйөк” тигәнде аңлата һәм ул ысынлап та шундай! Әсәйем беҙҙең өсөн ҙур ярҙамсы, ҡурсалаусы һәм оло тормошҡа әҙерләүсе. Әсәйемдең мәктәп һәм йәмәғәт эшендә әүҙем булыуына һоҡланам, ул һәр ерҙә өлгөрә. Уның бешергән ризыҡтар телде йоторлоҡ тәмле! Әсәйем, йөҙөңдәге йылмайыу һүнмәһен, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм тыныслыҡ теләйем. Мин һине ихлас күңелдән яратам!
Һөйөү менән, улың
Ислам Ғәлиәкбәров.
Минең әсәйем - Рәзидә Әхтәм ҡыҙы Йосопова. Ул - уҡытыусы, 25 йыл тиерлек үҙен мәктәбебеҙгә һәм уҡыусыларға бағышлаған, ә хәҙер хаҡлы ялда.
Ҡәҙерлем, ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр еткерәм. Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет , бөйөгөрәк исем юҡ икәнен үҙем әсәй булғас ҡына аңланым! Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең – атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
Яратам!
Һөйөү менән, ҡыҙың Элина
сығарылыш уҡыусыһы.
Ҡәҙерле әсәйем, Юлиә Хәбир ҡыҙы!
Һине, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешемде, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!
Алһыу Хәжиәхмәтова,
X синыф уҡыусыһы.
Ҡәҙерле әсәйем Рита!
Әсәй, һине Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым! Һин минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле һәм иң яҡын кеше. Мин һинең менән сикһеҙ ғорурланам һәм һине бик ҡәҙерләйем. Һин күңелле кеше, ауыр ваҡыттарҙа һәр саҡ ярҙам итеп, миңә көс-дәрт бирәһең. Һинең күҙҙәрең донъялағы иң матуры, уларҙа һәр саҡ йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сағыла. Был байрамда һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм бәхетле көндәр теләйем. Мин һине бик ныҡ яратам, әсәкәйем!
Һөйөү менән,
ҡыҙың Алтынай Мөхәрәмова.
II синыф уҡыусыһы.