Бейек һәм бөйөк тауҙар әле лә кешеләргә тынғы бирмәй. Унда ғалимдар һәм сәйәхәтселәр, ҡаяға үрмәләүселәр, альпинистар һәм тәбиғәтте яратыусылар юллана.
Тауҙар ғорур, текә таштарын күккә сөйгән, үҙҙәрендә тәбиғәттең барлыҡ серлелеген һаҡлаған бейек тауҙар нимәһе менән кешеләрҙе үҙенә тарта һуң?
Һүрәттә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы Айгөл Ишмырҙина ла Эльбрус тауын яуланы
Танылған сәйәхәтсе һәм эшҡыуар Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Эльбрус тауының түбәһенә менде. Тауҙың бейеклеге – 5642 метр.
Дуҫтар, һеҙҙең ниндәй тауҙарҙа булғанығыҙ бар?