Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәргән сара 12.00 сәғәттә башлана. Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре, аниматорҙар сығышы, викториналар һәм уйындар көтә. Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары менән ҡурай эшләп ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Кескәйҙәргә лә күңелле буласаҡ. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Ямаҡай бәпкә" спектаклен тәҡдим итә. "Тамыр" йыр ансамбле һәм "Ғаилә" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаясаҡ.
"Хазина" этно-төркөмө концерты буласаҡ. Сараны актер Шәһит Хамматов алып барасаҡ.
МЕГА сауҙа үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Рубежная урамы, 174) рәхим итегеҙ. Байрам 15.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Фото: com.