13 декабрь билдәләнә ул. Айыу Рәсәйҙең рәсми булмаған билдәһе булып тора. Ул - урман хужаһы, аҡыл, терәк символы. Айыуҙар - үҙенсәлекле януарҙар: тиҙ саба, һәйбәт йөҙә, хәтерҙәре лә шәп. Башҡортостанда 2600 самаһы айыу иҫәпләнә.
Тап 13 декабрь айыуҙар йоҡларға ята, тип иҫәпләнә. "Юлаевсы" үҫмерҙәр клубының ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөүселәр А. Е. Воронова етәкселегендә икешәр һүрәт төшөрҙө. Тәүгеһендә Рәсәй символикаһы менән айыуҙы һүрәтләһәләр, икенсеһендә хайуандың өңдә йоҡлаған сағын сағылдырҙылар. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Алһыу ШАҺИСОЛТАНОВА, клуб хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.