Уның әсәһе Ишембай районынан икән. Атаһының нәҫелендә башҡорттар, урыҫтар, немецтар бар. Савелий Сургутта дүрт йәшенән башҡорт бейеүҙәре менән шөғөлләнә башлаған. "Шатлыҡ" бейеү ансамбле менән төбәктең бөтә ижади конкурстарында әүҙем ҡатнашҡан. 2018 йылда "Байыҡ" республика телевизион конкурсында "Рәсәйҙә башҡорт бейеүен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн" дипломы менән бүләкләнгән.
Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән егет Башҡортостанда йәшәү теләге менән яна башлай. Сургуттағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағындағы йәкшәмбе мәктәбенә йөрөп, башҡорт телен өйрәнә. Былтыр мартта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбе үткәргән "Беренсе" олимпиадаһында ҡатнашып, уҡырға инә. Әле Савелий XI синыфта уҡый, "Аҡйондоҙ" ансамблендә бейей. Әйткәндәй, егет Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференцияға делегат итеп саҡырылғайны.
"Савелийға уңыштар һәм иң изге теләктәрҙе теләйем. Ата-әсәһенә, йыраҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улдарында туған телгә һәм мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт.
Кемдәр башҡорт телен ярата, башҡортса һөйләшә йәки әле өйрәнә генә - барығыҙҙы ла байрам менән!
Башҡорт теле көнө менән! Туған телдең, тыуған илдең ҡәҙерен беләйек!" - тигән юлдар менән тамамлана Башҡортостан Башлығының яҙмаһы.
Фото: vk.com.