-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
26 Ғинуар , 10:03

Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа!

Ошо көндәрҙә Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө билдәләнде. "Йылмайыу" төркөмө балалары менән был байрам тураһында һөйләштек. Ул йылылыҡ, хәстәрлек һәм мөхәббәт бүләк итеү өсөн булдырылған.

Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа!
Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа!

Ни өсөн ҡосаҡлашыу шул тиклем мөһим?

Ғалимдар раҫлауынса, көн һайын 3 – 7 тапҡыр ҡосаҡлашһаң, иммун системаһы һәм психика нығый. Ә ҡосаҡлашыуҙар һаны 8-ҙән ашһа, кеше үҙен бәхетле тоя башлай. Тимәк, ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа! Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу ярҙамында ғына түгел, ә ошо ысул менән дә ҡотолорға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.

Шуға ла балаларҙы күберәк ҡосаҡлап яратырға кәрәк. Был уларға үҙҙәрен яҡланған, яратҡан һәм кәрәкле итеп тойорға ярҙам итә. Ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ, уларға йылылыҡ һәм иғтибар бүләк итегеҙ!

 

Ләйсән БОҪҠОНОВА, психолог.

Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы “Ләйсән” балалар баҡсаһы.

Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа!
Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас