-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
1 Февраль , 16:18

1 февраль — Яулыҡ көнө

Бөгөн Бөтә донъя яулыҡ көнө билдәләнә. Элек әсәйҙәр ҙә, өләсәйҙәр ҙә яулыҡһыҙ йөрөмәй торғайны. Борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡтарҙың ниндәйен генә ябынмаған?!  

1 февраль  — яулыҡ көнө
1 февраль — яулыҡ көнө

Ҡара таңдан, эш башларҙан алда,
Аҡ яулыҡты сөйөп бәйләйем,
Эшем йыйнаҡ, уйым тыйнаҡ булһын –
Эстән генә шулай теләйем.


Аш-һыуыма сәсем ҡойолмаһын,
Таҙа булһын ҡылған эштәрем,
Донъям йөгө ауыр тойолмаһын,
Йорт-ҡурамда булһын хәстәрем.


Эшләнмәгән эшем йыйылмаһын,
Аҡтан-пактан булһын хистәрем,
Иртә таңдан ҡояш шат йылмайһын,
Шатлыҡ менән етһен кистәрем…


Аҡ яулығым ситен ал сәскәләр,
Күҙҙең яуын алып, биҙәгән,
Бүләк иткән кешем аҡ бәхеттәр,
Аллы-гөллө яҙмыш теләгән.


Аҡ ерлекле аллы-гөллө яҙмыш
Үҙ ҡулымда. Беләм ҡәҙерен.
Үҙ ҡулдарым менән гөл үҫтерәм,
Көтөп ултырмайым әҙерен.


Аҡ яулыҡты сөйөп башҡа бәйләп,
Донъя көтөүҙәре күңелле!
Парлап донъя көтөү – үҙе рәхәт!
Эшләй алыу – бәхет түгелме?
         

Фирүзә Абдуллина.

Фото: i.pinimg.comsermenevo. 

1 февраль  — яулыҡ көнө
1 февраль  — яулыҡ көнө
1 февраль — яулыҡ көнө
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас