+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был ниндәй көн икән?
2 Февраля , 11:34

2 февраль - Рәсәйҙә хәрби дан көнө

Бөгөн немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград алышында тар-мар иткән көн.

2 февраль - Рәсәйҙә хәрби дан көнө2 февраль - Рәсәйҙә хәрби дан көнө
2 февраль - Рәсәйҙә хәрби дан көнө

 Сталинград һуғышы 200 көндән артыҡ дауам итә - 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Унда бер миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. 

Сталинград һуғышы тарихҡа Бөйөк Ватан Һуғышының иң бөйөк һәм еңеүле алыштарының береһе булараҡ инә. Волгоград ҡалаһындағы Мамай ҡурғанындағы һәйкәлдәр, ундағы моһабәт "Ватан-әсә саҡыра!" скульптураһы ошо тарих тураһында һөйләй. Быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Фото: mamaev-hill.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас