Был дата 1999 йылда Рәсәй фәндәр академияһының 275 йыллығын билдәләгән көндәрҙә ил Президенты бойороғо буйынса тәүге тапҡыр үткәрелә.
Фән көнө менән билдәле ғалимдарҙы ғына түгел, мәктәп эскәмйәһенән фән серҙәре менән ҡыҙыҡһынған, шөғөлләнгән, төрлө олимпиада, конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларҙы, студенттарҙы ла ҡотлайбыҙ.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә Фән көнөнә арналған саралар ойошторола. Бөгөн балаларға фәнни эш менән шөғөлләнергә күп мөмкинлектәр асылған: белем усаҡтарында "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре эшләй, технопарктар бар, төрлө олимпиадалар, лагерҙарҙа йүнәлешле сменалар үткәрелеп тора.
Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы эшләй. Геном үҙәгендә 2025 йылдан Һаҡлыҡ банкы республика хөкүмәте менән бергә тормошҡа ашырған "21-се мәктәп" проекты тормошҡа ашырыла.
Унда 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн дә шәп мөмкинлектәр бар. Уҡыусылар өсөн "21-се мәктәп Старт" тигән йүнәлеш асылған. Һанлы технологияларҙы өйрәнергә остаздар - квалификация күтәреү курстары үткән өҫтәмә белем биреү педагогтары, инженерҙар, ИТ белгестәре ярҙам итә. Уҡыусылар өсөн кампуста заманса йыһазландырылған лаборатория, компьютер класы, уйын зонаһы бүленгән. Алған белемдәре олимпиадаларҙа, чемпионаттарҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк.
Фото: com.