-16 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
12 Февраль , 10:01

Бөгөн - Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.

Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый (1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  республика башҡорт интернат-гимназияһы тип атала).

1950 - 1955 йылдарҙа — А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының студенты.

1954 йылда «Йүрүҙән» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы  сыға.

1955 йылдың сентябрендә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә мәғлүмәт бүлегенең әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында эшләй башлай. 1955 йылдың декабренән әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге әҙәби хеҙмәткәре, 1956 йылдың февраленән «Совет Башҡортостаны» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1957 йылдың февраль айынан  декабргә тиклем Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәбиәт бүлеге редакторы.

1958 йылдың апреленән 1959 йылдың июнь айына тиклем «Әҙәби Башҡортостан» журналының әҙәби хеҙмәткәре.

1959 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының  Салауат районының «Һарғамыш» совхозында комсомол  секретары итеп һайлана.

1959 йылдың 20 ғинуарында БАССР Яҙыусылар союзына алына.

1961 йылдың октябрь айынан 1962 йылдың март айына тиклем Салауат районының «Октября юлы» район гәзитендә бүлек мөдире.

1962 йылдың авгусынан 1967 йылдың мартына тиклем «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр.

1967 йылдың сентябрь айынан 1972 йылдың апреленә тиклем  «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь.

1973 йылдың сентябренән 1974 июль июль айына тиклем  СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (СССР ФА БФ) кесе фәнни хеҙмәткәр.

1977 йылдың 20 феврәлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге премия (1988 йыл) һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме (1992) бирелә. 1994 йылдан  1-се республика башҡорт интернат- гимназияһы  Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.

Фотолар һәм мәғлүмәт: Сайт Рами Гарипова.

Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас