Был ниндәй көн икән?
25 Февраль , 05:29

25 февраль - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө

1992 йылдан 25 февралдә Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө билдәләнә.

25 февраль - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө25 февраль - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө
25 февраль - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө

Әйткәндәй, 2018 йылдан алып байрағыбыҙ республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла елберҙәй. Ә 2022 йылдан мәктәптәрҙә һәр уҡыу аҙнаһы дәүләт флагтарын күтәреүҙән башлана. Был - йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер күрһәткесе. 

Ил, донъя кимәлендәге ярыштарға, олимпиадаларға яҡташтарыбыҙ Башҡортостан байрағын үҙҙәре менән алып йөрөй. Йәшел, аҡ, күк төҫтәрҙән торған, уртаһына ҡурай сәскәһе төшөрөлгән флагыбыҙҙың авторҙары - рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина. 

БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ
Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.


Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.


Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.


Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
Әлфиә Әсәҙуллина.

 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас