Әсәкәйем, минең берҙән-берем,
Тик һиңә генә маҡтаулы һүҙем.
Һин йылмайғанда донъя нурлана,
Шул нурҙан бөтә тәбиғәт уяна.
Һөйәһең, көйәһең, йүгерәһең, түҙәһең,
Барыһына, әсәйем, нисек өлгөрәһең?
Үҫеп етһәк тә, һаман балабыҙ,
Һинән көс, өлгө, илһам алабыҙ.
Һинең яныңда бигерәк рәхәт,
Барыһы өсөн, әсәй, ҙур рәхмәт!
Азалина БҮЛӘКОВА,
XI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-cе республика башҡорт
интернат-гимназияһы.