Нурҙар сәсә ҡараштарың,
Телде йоторлоҡ аштарың.
Ҡайҙа барһа ла юлдарым,
Тоям йомшаҡ ҡулдарыңды.
Башыбыҙҙан һыйпап ҡына
Үҫтерҙең балаларыңды.
Ауыр саҡтар булһа әгәр,
Күңелебеҙҙә булһа яра,
Һинең аҡыллы һүҙҙәрең,
Йылмайыуың – йәнгә дауа.
Рәхмәт, ҡәҙерле әсәйем,
Беҙ бәхетле һин булғанға,
Оҙаҡ йәшә, әсәкәйем,
Беҙ бәхетле һинең янда.
Гөлфиә ИСЛАМЕТДИНОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-cе республика башҡорт
интернат-гимназияһы.
Фото: "Башҡортса асылмалар" телеграмм-каналы.