

БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТА
Бесәй ҡыҙы Мырбикә
Әллә бигерәк иркә?
Йырламаһаң, йоҡламай,
Йырлатмайса туҡтамай.
Мыр-мыр-мыр-мырым,
Мырбикәгә был йырым...
Кис етә, ҡояш бата,
Бесәй ҡыҙын йоҡлата.
(Гөлфиә Юнысова.)
ҠОРОТ
Оҙон юлда тәмләп алһаң,
Көс-ҡеүәт бирә ҡорот.
Һыу кәрәкмәй ул булғанда,
Китһә лә ауыҙ ҡороп.
(Нияз Сәлимов.)
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨНДӘ
Юҡ болоттоң әҫәре лә,
Күк йөҙө шундай аяҙ.
Йәм-йәшел үлән-ер өҫтө,
Ер өҫтөндә йылы яҙ.
Иртәнге елдәр тын ғына
Тал ботаҡтарын ҡаға,
Япраҡтарға төшкән ысыҡ
Ялтырап ергә тама.
Ҡаяла бөркөт ҡағынып
Ҡанатын ташҡа һуға,
Көн буйы күккә йөрөргә
Тәгәрәп ҡояш сыға.
(Мостай Кәрим.)
ЯҘ КИЛДЕ
Зәңгәр шәлен бөркәнеп,
Беҙгә Яҙһылыу килде.
Ҡайындарға йәм-йәшел
Бөрө-алҡалар элде.
Беҙгә матур яҙ килде,
Бар тәбиғәт йәнләнде.
Умырзая күҙен асты,
Күк урманға йәм инде.
(Айгөл Айытҡолова.)
ҒАИЛӘМ
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ",
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы -
Атам-әсәм ҡосағы!
(Рәсимә Ураҡсина.)
БИШЛЕ
Мин “бишле” тигән билдә,
Маҡталам бөтә телдә.
Кемдә көс, кемдә аҡыл,
Шул йондоҙ кеүек балҡыр.
Бөтә эште лә белер,
Һәр саҡ иң алда килер.
Матур булып, ҙур булып,
Нур өҫтөнә нур булып
Үҫәм тигән кешегә
Уҡыу кәрәк “бишле”гә.
(Әлфинур Вәхитова.)
ҠОЛОНСАҒЫМ
Ҡолонсағым, һин юртып кил,
Таңда уят йоҡонан.
Эс серҙәремде һөйләрмен,
Ысыҡ кисербеҙ шунан.
Ана, күрәһеңме, һиңә
Ҡояш һоҡланып ҡарай.
Ә һин елдереп йөрөйһөң,
Сабый саҡ матур ҡалай!
(Гөлназ Ҡотоева.)
СУЛПАН
Сулпан йондоҙ таң алдынан
Яҡтыраҡ балҡып яна.
Ул Айҙан да, Ҡояштан да
Үҙенә нурҙар ала.
Йондоҙ тирбәтеп ел иҫә –
Ал таңдан хәбәр йөрөй.
Ҡояш уянғас, Сулпан да
Уның наҙында ирей.
(Әлфиә Әсәҙуллина.)
Атаһынан күргән...
Баҡсала ағас ултырта,
Илнур шундай уңған!
Ҡыуана үҙе, йөҙөнә
Шатлыҡ нуры ҡунған.
Шундай изге эште Илнур
Күргән атаһынан.
...Алма алыҫ төшмәй, тиҙәр,
Үҫкән ағасынан.
(Рамай Ҡаһир.)
Фото: com.