17 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө уҙғарыла. 

17 апрель –  Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө17 апрель –  Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө
17 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө

Был көнгә ҡарата саралар балалар баҡсаларында, белем усаҡтарында, уҡыу йорттарында, музейҙарҙа, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында һәм башҡа учреждениеларҙа уҙғарыла.

Өфөлә төп сара "Башҡортостан" концерт залында 16.00 сәғәттә башлана. Унда стилләштерелгән милли кейем өлгөләрен күрһәтеү ойоштораласаҡ, сәнғәт оҫталары сығыштары көтөлә, күргәҙмә-йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ.

Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда "Билбау" дөйөм ҡала сараһы үтәсәк. Унда ла күргәҙмә, концерт, оҫталыҡ дәрестәре халыҡ күңеленә хуш килер.

Театрҙар ҙа көтә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – "Ай тотолған төндә", Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар өсөн "Ете батыр тураһында хикәйәт" спектаклдәрен күрһәтәсәктәр. 

Милли кейем көнөндә һәр йылдағыса социаль селтәрҙәрҙә #Яучусьвнациональномкостюме, #минмилликейемдәуҡыйым һәм башҡа хештегтар менән флешмобтар ҙа уҙа. Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһының Милли кейем көнөнә тура килеүе икеләтә ҡыуаныслы.

 

Фото: com., "Бәйләнештә" селтәре.

17 апрель –  Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө
17 апрель –  Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө
17 апрель –  Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө
17 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас