+16 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бөгөн — Акушерҙар көнө

Был дата 1987 йылда Нидерландта акушерҙарҙың халыҡ-ара конференцияһында булдырылған. Уның маҡсаты ошо еңел булмаған һәм үтә лә яуаплы һөнәрҙең әһәмиәтенә иғтибар йүнәлтеү була. Хәҙер инде 60-ҡа яҡын ил был көндө билдәләй.

Бөгөн — Акушерҙар көнөБөгөн — Акушерҙар көнө
Бөгөн — Акушерҙар көнө

Акушер — hөнәр генә түгел, ул – һәләт, тиҙәр. Улар ярҙамында күпме ҡатын-ҡыҙ үҙ һаулығын һаҡлап ҡалған hәм шул ҡәҙәр бала яҡты дoнъяға тыуған.

Һүрәттәге гүзәл ханым, Луиза Ислам ҡыҙы Юлбарисова, 31 йыл Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы бала табыу йортонда акушер булып эшләй. Күпме сабый уның ҡулында донъяға ауаз һалған.

Хөрмәтле акушерҙар, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!  Һеҙгә һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас