

Отрядыбыҙ Лёня Голиков исемен йөрөтә ине. "Взвейтесь кострами" йырын һәр беребеҙ яттан белә инек. Тимер-томор ҙа, иҫке ҡағыҙ ҙа йыйып ярыша торғайныҡ. Сиратлап оло инәйҙәргә ярҙамлашырға йөрөнөк.
Ә 19 майҙа йылға буйына пионер усағына сыға торғайныҡ. 2022 йылдың 19 майында илебеҙҙә балалар ойошмаһы барлыҡҡа килгән.
Күңелле, ҡыҙыл галстуклы пионер саҡтар... Байрам менән, пионерҙар!