

Мәҙәни сара филармония алдындағы майҙанда уҡ башланды. Ҙур күргәҙмә, милли биҙәүестәр, ризыҡтар һатыу ойошторолғайны. Ә һуңынан бергәләп хәйриә концерты ҡаранылар.
Әйткәндәй, был сараның маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү ине. Хәйриә акцияһынан йыйылған аҡса шул ярҙамға тотоноласаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына “Йәншишмә”гә яҙылыу ҙа ойошторолдо.
— Был изгелек акцияһына ҡушылғандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлиховҡа, яҡташтарым Минзәлә Баймырҙинаға, Вәлит Мөхәмәтовҡа, Фирүза Исҡужинаға, Фәниә һәм Мир Сынбулатовтарға, Лилиә Әхтәмоваға, Йомабикә Ильясоваға һәм Рәмилә Рәхимоваларға ҙур рәхмәт әйтәм, — ти “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү һәр саҡ мөһим.