+21 °С
Облачно
VKOKTelegram

Мәктәп вальсы

Зөһрә Фәйзуллина көйө һәм шиғыры. Был донъяға нимә булған:

Мәктәп вальсыМәктәп вальсы
Мәктәп вальсы

Тирә-яғы моңға сумған?

Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы,

Ә күҙҙәргә һағыш тулған.

 

Ҡушымта: 

Әйләнәбеҙ парланышып,

Бала саҡтың һуңғы вальсын.

Ошо ябай, изге моңдар

Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.

 

Һау бул инде, туған мәктәп,

Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар.

Таралабыҙ төрлө яҡҡа,

Ҡанат ҡағып осар ҡоштай.

 

 Ҡушымта: шул уҡ.

 

Уҡытыусым — тоғро дуҫым,

Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:

«Абынмайса атла алға,

Барыр юлдар булмаҫ таҡыр».

 

Ҡушымта: шул уҡ.

 

Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ

Заман ҡуйған һынауҙарҙы.

Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ,

Уйҙарҙағы хыялдарҙы.

 

Ҡушымта: шул уҡ.

Фото:bash.bashinform.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас