+16 °С
Облачно
VKOKTelegram

Тыныс күк, ҡояшлы бала саҡ теләйбеҙ

Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Был көн бөтә планеталағы һәр баланың бәхетле һәм имен бала саҡта йәшәү хоҡуғына эйә булыуын иҫкә төшөрә.

Тыныс күк, ҡояшлы бала саҡ теләйбеҙТыныс күк, ҡояшлы бала саҡ теләйбеҙ
Тыныс күк, ҡояшлы бала саҡ теләйбеҙ

 Һеҙгә, киләсәк быуынға, беҙ иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һәр бала яҡты өйҙә, атай-әсәй һөйөүе һәм хәстәрлегендә үҫһә ине.
Һеҙ — беҙҙең иң ҡәҙерле байлыҡ, беҙҙең ғорурлығыбыҙ.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө – ябай ғына байрам ойоштороу түгел, ә иң мөһим мәсьәләләргә: етемлеккә, аслыҡҡа, балаларҙың үлемесле ауырыуҙарға бирешмәүенә, хәрби конфликттарҙа балаларҙың хәленә ҡарата тағы бер тапҡыр йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү ул. Был көн ата-әсәләргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә һәм йәмәғәтселеккә бала өсөн үҙҙәренең яуаплылығын иҫкә төшөрөргә тейеш.

Ҡәҙерле балалар! Һеҙгә тыныс күк, бәхетле киләсәк, ҡояшлы бала саҡ теләйбеҙ!

Фотолар: "Йәншишмә" гәзите төркөмө. "Бала саҡ илендә". 2021 йыл.

Тыныс күк, ҡояшлы баласаҡ теләйбеҙ
Тыныс күк, ҡояшлы баласаҡ теләйбеҙ
Тыныс күк, ҡояшлы баласаҡ теләйбеҙ
Тыныс күк, ҡояшлы баласаҡ теләйбеҙ
Тыныс күк, ҡояшлы баласаҡ теләйбеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас