

Асҡандыр ул мәғрифәттең юлын,
Ҡай саҡ булған был юл тоташ ҡан.
Нисә быуат элек бында килгән
Сәйәхәтсе ғалим Иҙриси?
Әллә уға өндәшәйек микән,
Үткәр, тиеп, Тарих дәресе?
Мин Өфөмдө меңъйыллыҡтар аша
Сырамытам сармат иленән.
Меңдәр, юрматылар, табындарҙың
Рухы ҡалҡа тарих көлөнән.
Башҡорт ҡалаһына бар тарафтан
Юлы төшә сауҙагәрҙәрҙең.
Мәҙәниәт, сауҙа — шулар менән
Йөҙө яҡты егәр зәргәрҙең.
Минең Өфөм, Имән ҡала булып,
Заманаһы менән айҡашҡан.
Дәүерҙәрҙең дөбөрҙәүен үтеп,
Гүзәл һында тыуған ул таштан.
Ваҡыт каруандарын, ҡолас асып,
Ҡаршылайһың, Өфөм, һин бөгөн.
Киләсәккә һин илтәһең кеүек
Кешелектең бөйөк бер йөгөн.
Ул йөк — миһырбанлыҡ.
Ул — ғәҙел һүҙ.
Ул — тыныслыҡ яҡлы улдарың.
Ҡитғаларҙы тоташтырып торһон
Мәғрифәтле каруан юлдарың!
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
.
.