+21 °С
Ясно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
20 Августа , 07:55

Һаумы, Чебурашка дуҫым!

Бөгөн  рәсми булмаған, әммә күптәр яратҡан Чебурашканың тыуған көнө билдәләнә. Китап авторы Эдуард Успенский әйткәнсә, нәҡ ошо көндө ҙур ҡолаҡлы изге күңелле йәнлек донъяға килә. Ошо ваҡиға айҡанлы китапханабыҙҙа байрам кисәһе үткәрелде.

Һаумы, Чебурашка дуҫым!Һаумы, Чебурашка дуҫым!
Һаумы, Чебурашка дуҫым!

Программа исем туйы менән асылды. Балалар Чебурашка тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты. Баҡтиһәң, ул беҙгә әфлисун йәшнигендә килеп еткән, ә исемен осоп төшөп ҡалды ("Чебурахался") алған икән. Үҙен төрлө илдәрҙә төрлөсә атайҙар. Мәҫәлән, Англияла — Топл, Германияла — Куллерьхен, Финляндияла — Муксис, Швецияла — Дрюттен. Чебурашка Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының символы була. Балаларға уның һәм дуҫтарының мажараларына арналған викторина ла ҡыҙыҡлы ине.

"Хәтфә дуҫ" оҫталыҡ дәресе байрамдың иң сағыу мәле булды. Унда һәр кем фетрҙан үҙенең Чебурашкаһын эшләне. Береһенән-береһе матур ине улар.

 

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһының мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Һаумы, Чебурашка дуҫым!
Һаумы, Чебурашка дуҫым!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас