Уҡыусыларҙың ғына түгел, уҡытыусыларҙың да был көнгә ихлас әҙерләнеп килеүе һоҡландырҙы. Дәрестәр ҙә байрамса, күңелле үтте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева VII синыф уҡыусыларына халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен сағылдырыусы рухи мираҫыбыҙ булған милли кейемдәребеҙ хаҡында һөйләне, фөлөр яулығының (француз яулығы) тарихы менән таныштырҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡытыусыларын ҙур кинәнес менән тыңланы. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да яуҙырҙылар.
Балаларҙың күңелендә илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән ошондай сараларҙың ойошторолоуы һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ. Афарин, Шығайҙар!
Фотоларҙа Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары.