

Иртәнсәктән үк балалар баҡсаһы сағыу төҫтәргә күмелде: беҙҙең сабыйҙар матур башҡорт кейемдәрендә килде. Һәр кейем үҙенсәлекле ине - сигелгән күлдәктәр, камзулдар, түбәтәйҙәр. Баларҙың йөҙҙәре йылмайыу менән балҡыны. Яратҡан тәрбиәселәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы - улар ҙа милли кейемдәр һәм биҙәүестәр кейеп килделәр. Балалар өсөн ысын байрам ойошторолдо: тәүҙә дөйөм фото- һәм видеотөшөрөү үткәрелде, ә һуңынан һәр сабый үҙен йондоҙ кеүек хис итте һәм иҫтәлеккә матур фотоға төштө.
Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы һәм Гүзәлиә Фәнзил ҡыҙы дәрестәр үткәрҙеләр. Балаларға башҡорт милли кеймедәренең, биҙәүестәрҙең мәғәнәһен аңлатты, һәм ни өсөн был йолаларҙы һаҡларға мөһимлеге тураһында һөйләнеләр.
Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр киләһе быуында сағылыш тапһын! Бөгөнгө көн балаларҙың үҙ халҡы тарихына ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауын күрһәтте. Барығыҙҙы ла был матур байрам менән ҡотлайбыҙ! Үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ һәм хөрмәт итегеҙ – сөнки улар беҙҙе көслө итә.
Нурзилә ҠАСҠЫНОВА.
Өфө ҡалаһы.