-2 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
1 Октябрь , 11:05

Ғүмер көҙҙәре лә матур

Ололор көнө бөгөн,

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғүмер көҙҙәре лә матурҒүмер көҙҙәре лә матур
Ғүмер көҙҙәре лә матур

Өләсәй иртә торған.
Изге теләктәрен теләп,
Тәмле ҡоймаҡтар ҡойған.
Һәр атҡан таңға һөйөнөп,
Шөкөр итә өләсәй.
Рәхмәтле булып донъяға,
Ҡыуаныс менән йәшәй.
Шатлыҡ булып, терәк булып
Үҫәбеҙ янығыҙҙа.
Бәхет ялҡындары баҙлай
Ғаилә усағыбыҙҙа.
Ғүмер көҙҙәре лә матур,
Моңһоуланма, өләсәй.
Йәшә төрөнөп шатлыҡҡа,
Ҡартлыҡҡа һис бирешмәй.


Рушана ҒИЛМАНОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас