-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
1 Октября , 07:15

Олоғайыу ҙа - бәхет

Бөгөн - Халыҡ-ара ололар көнө! Гәзитебеҙҙең хеҙмәт ветерандарын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның матур шиғырын тәҡдим итәбеҙ.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Олоғайыу ҙа  - бәхетОлоғайыу ҙа  - бәхет
Олоғайыу ҙа - бәхет

Олоғайыу ҙа - бәхет
Аңлаған һәр кешегә.

Бөтәһе ҡәҙимге, тик шул
Бара алмайһың эшеңә.
Олоғайыу - олпатланыу,
Алйыу - бәлтерәү түгел.
Сырыштар артһа ла биттә,
Йәш килеш ҡала күңел.
Олоғайыу - арыныу ул
Ҡайһы бер мәшәҡәттән.
Бурыстар тормай иңеңдә
Ҡоротоп бар тәҡәтте.
Олоғайыу - абруй төйнәү,
Аҡыл сәсерлек ваҡыт.
Эштәр аяҡты тышай ҙа,
Барыбер һин - йөк аты.
Олоғайыу - аңлы миҙгел,
Ғибәҙәткә тартылыу,
Уйын - көлкөнән ваз кисеп,
Нәфсе - дәрткә баш булыу.
Олоғайыу - олоҡланыу,
Балаң балаһын бағыу.
Балалар менән мәш килгәс,
Күңел донъяң да сағыу.
Олоғайыу - бер сик түгел,
Бик түгел тағын һиңә.
Олоғайыу яҙһын инде
Тәүфиҡ һәм иман менән.

Фото: Гөлсибәр Исмәғилева.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас