+5 °С
Облачно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
8 Октября , 12:51

Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары

Хәҙер республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы булдырылғайны. Халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралы – республикабыҙҙың төп рухи символы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтарыӘҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары

Йәй көнө Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы уҙҙы һәм унда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө балалар ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһаны. Бөгөн ошо коллектив тураһында һөйләргә теләйбеҙ.

Ансамблде 2004 йылда Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусыһы Әнүәр Шафиҡов булдырған. Ә 2010 йылдан уны билдәле ҡурайсы Вәсил Баймырҙин етәкләй. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған сәнғәткә ғашиҡ уҡыусылар ҡурай түңәрәгендә ҙур теләк менән шөғөлләнә.
– Тәүге уңышҡа 2011 йылда Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамында ирештек. Иҫтәлекле еңеүебеҙ – Йылайыр районында үткәрелгән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге бәйге. Ә 2022 йылда Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге бәйгелә лә иң-иңе булдыҡ, – ти Вәсил Ринат улы. Ансамбль быйыл Айрат Ҡобағошов исемендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралда рында уйнаусыларҙың республика конкурсында ла l дәрәжә диплом алып һөйөндө. Уңыштары һанап бөткөһөҙ.
– Һәр дәресте башҡорт халыҡ гимны булған «Урал»ды уйнап башлап ебәрәбеҙ. «Сәлимәкәй», «Азамат», «Ирәндек», «Ирәмәле», «Һандуғас», «Әйһәйлүк», «Кутузов» һәм башҡа көйҙәрҙе лә башҡарабыҙ. Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин 1928 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. 1960 йылдан 1977 йылға тиклем ошо гимназияла тәрбиәсе булып эшләгән һәм ҡурай түңәрәген асып ебәргән. Уның билдәле уҡыусылары: Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Роберт Юлдашев. Кабинетта Әҙеһәм Исҡужиндың ҙур портреты тора, уның тураһында мәғлүмәт яҙылған. Бәләкәй генә музейы бар. Үҙем дә уның тураһында һөйләп алам. Балалар яҡшы белә. Әҙеһәм олатайҙың эшен дауам итәбеҙ. Уҡыусыларым менән ғорурланам, һәр береһе алтынға торошло. Улар араһында Иҙел Мәжитов, Самир Латипов, Артур Әхмәтдинов, Данияр Ишбирҙин, Ильяс Назаров кеүек һәләтле уҡыусыларым бар. Гимназияны тамамлап киткән Айҙар Исхаҡов әле минең менән бергә Башҡортостан дәүләт ҡурай ансамблендә уйнай, шулай уҡ бейеүсе һәм йырсы ла үҙе, – ти Вәсил Баймырҙин.
Һүҙгә йәш ҡурайсылар ҙа ҡушыла.

Артур Әхмәтдинов:
– Беҙҙең ансамбль аша гимназистарҙың төрлө быуындары үткән. Миңә был ансамблдә уйнау оҡшай, сөнки беҙҙең етәксебеҙ Вәсил Баймырҙин – бик шәп кеше. Ул беҙҙе төрлө көйҙәр уйнарға өйрәтә, уларҙың тарихын һөйләй. Коллективыбыҙ бик дуҫ, татыу һәм ярҙамсыл. Әгәр кемдер нимәнелер аңламаһа, уға мотлаҡ ярҙам итәләр һәм аңлатып бирәләр. Беҙ һәр саҡ төрлө конкурстарҙа, сараларҙа һәм концерттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Һәр ваҡыт I урындарҙы яулайбыҙ.
Заһир Аҙнағолов:
– Бында мин бөйөк оҫта һәм уның мәктәбе менән тере бәйләнеште тоям. Әҙеһәм Исҡужин – бөтә ҡурайсыларҙың «рухи атаһы», ул ҡурайҙы яңынан тергеҙгән һәм бик күп билдәле музыканттарҙы тәрбиәләгән. Уның исемендәге ансамблдә уйнау – был легендаға ҡағылыу тигән һүҙ. Етәксебеҙ Вәсил Ришат улы менән беҙ Әҙеһәм Исҡужиндың эшен дауам итәбеҙ, боронғо оҙон көйҙәрҙе һәм марштарҙы башҡарабыҙ. Был ябай уйнау ғына түгел, ә ул һалған традицияларҙы һаҡлау.
Самир Латипов:
– Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамблендә 3-сө йыл шөғөлләнәм. Ҡурай минең өсөн музыкаль ҡорал ғына түгел, ә башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән символы һәм рухы. Бында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡурай моңон яратҡан уҡыусылар шөғөлләнә. Уҡытыусыбыҙ Вәсил Ришат улы беҙгә боронғо башҡорт көйҙәрен өйрәтеп кенә ҡалмай, тарихтары менән дә таныштыра. Гимназиябыҙҙа уҙған бер генә сара ла тылсымлы ҡурай моңонан башҡа уҙмай. Беҙҙең сығыш алҡыштарға күмелә.
Йәш ҡурайсыларға уңыштар теләйек. Ҡурай моңон донъяға яңғыратһындар, танытһындар әйҙә!

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Әҙеһәм Исҡужин вариҫтары
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас