+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
24 Ноябрь 2017, 15:48

Ҡыҙҙар күберәк ерҙә өлгәш тә яҡшы

Неймеген университеты ғалимдары (Голландия) белем биреү өлкәһендә ҙур тикшереү үткәргән.

Неймеген университеты ғалимдары (Голландия) белем биреү өлкәһендә ҙур тикшереү үткәргән. Барлығы 300 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан, донъяның 33 илендә уҡыу өлгәше өйрәнелгән. Һөҙөмтәләр күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Баҡһаң, ҡыҙҙар күберәк белем алған мәктәптәр уҡыу буйынса тес­ты һәйбәтерәк үтәгән, юғары билдәләрҙе лә күберәк алған.
Тикшереү өсөн ғалимдар уҡыусыларҙың белем алыу уңыштарын баһалау буйынса халыҡ-ара программаны ҡулланған. Бындай һынау алымы өс йылға бер тапҡыр 72 илдә үткәрелә. Ун биш йәшлек уҡыусылар математика буйынса мәсьәләләр сисә, тәбиғи фәндәр буйынса һорауҙарға яуап бирә. Бынан тыш, уҡыу һәләте лә тикшерелә. Ғәҙәттә, ошо һөҙөмтәләр буйынса алдынғы дәүләттәр исемлеге төҙөлә.
Әйткәндәй, 2015 йыл тикшереүҙәре күрһәте­үенсә, донъяның төрлө төбәктәренән ҡыҙҙарҙың 70 проценты уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бындай һығымталар яһар өсөн 74 дәүләттән 15 йәштәге1 миллион 500 уҡыу­сының өлгәш мәғлүмәттәре алынған. Тикшеренеүселәр бер фәнде генә түгел, физика, химия, математика, әҙәби уҡыу буйынса ла күрһәткестәрҙе ҡараған.
Читайте нас: