+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
21 Сентябрь 2018, 13:57

Былар ҡыҙыҡлы

Тровант ябай таштарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Уларҙы Румынияның үҙәк һәм көньяҡ өлөшөндә осратырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге шунда: ямғырҙан һуң был таштар үҫә башлай. Форма яғынан ҙураялар һәм күбәйәләр.

* * *
Абхазия тауҙарындағы «Крубер-Воронья» мәмерйәһенең тәрәнлеге – 2 мең 190 метр. Ул грузин спелеологтары тарафынан 1960 йылда асылған. Ҙур залдарҙың киңлеге 30 метрға тиклем етә.

* * *
Таиландта Меконг йылғаһы өҫтөндә йыл һайын бер күренеште күҙәтергә мөмкин. Октябрь айында киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем төрлө төҫтәге утлы шарҙар күренә. Улар йылғанан 10 метр тирәһе өҫтә ҡапыл ғына килеп сыға ла 5 – 7 секунд үткәс, юғалалар. Ниндәй шарҙар, нимәнән барлыҡҡа килгәнен берәү ҙә әйтә алмай.
Читайте нас: