Сочи ҡалаһының 15-се мәктәбендә ҡыҙҙарҙан ғына торған синыф асылған. V «Л»-ға гуманитар фәндәрҙе ныҡ яҡшы белгән уҡыу отличниктарын, лидерҙарҙы алғандар. Контроль эш, олимпиада һөҙөмтәләрен тикшергәндәр, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу һәм ата-әсәләрҙең ризалығы ла кәрәккән. «Л» бында «лидер», «леди», «лингвист» һүҙҙәрен аңлата икән.
Тәжрибә синыфында уҡыған 34 ҡыҙ ҡара-күк төҫтәге күлдәк-сарафан кейеп, фирүзә төҫлө муйын яулыҡтары бәйләп йөрөй. Байрамдарҙа биленә зәңгәр таҫма тағылған аҡ күлдәк кейәләр. Ҡыҙҙарҙы гимназияның иң яҡшы педагогтары уҡыта. Төп фәндәрҙән тыш, халыҡ-ара этикетты һәм урыҫ, инглиз, немец телдәрен өйрәнәләр, етенселә ҡытай теле лә өҫтәләсәк, тиҙәр. Шулай уҡ флористика нигеҙҙәрен, сәй церемонияһын һәм сәсте матурлау серҙәренә лә төшөнәләр. Йәнә социаль ирекмәнлеккә иғтибар бүленәсәк, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа көтә.
– Уларҙы өмөт, мөхәббәт, тыныслыҡ һағында тороусы уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар итеп тәрбиәләргә теләйбеҙ, – тиҙәр гимназияла.