+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
31 Июль 2019, 13:49

Радий исемле сабыйҙар күбәйә

Һуңғы туғыҙ айҙа Башҡортостанда 12 ғаилә яңы тыуған малайҙарына Радий исемен ҡушҡан.

Шуларҙың береһе – Учалы районында Алина һәм Вадим Нәүшербановтар ғаиләһе. «Учалы гәзите» яҙыуынса, сабыйҙың әсәһе Алина балалар баҡсаһында тәрбиәсе:«Радийҙың ҙурайғас, ниндәй һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, көслө һәм сағыу шәхес булырға яҙһын», — тип һөйләй.

Былтырҙан республикала – Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Баймаҡта, Ишембайҙа, шулай уҡ бер нисә районда 12 Радий исемле сабый теркәлгән.
Читайте нас: