+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
13 Сентябрь 2019, 13:31

Алты телдә һөйләшә

Бөгөнгө уҡыусыларға кәмендә өс телдә – башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә һөйләшә белһә, иң шәбе. Ә бына Өфөнән 3 йәшлек Максим Мухин әле үк алты телдә аралаша ала икән.

Ул үҙенең был һәләте менән «Рәсәй» телеканалындағы «Һоҡланғыс кешеләр» тапшырыуында ҡатнашып, күптәрҙе шаҡ ҡатырған. Малай­ҙы сит ил туристары ярҙамында тикшереп ҡарағандар. Максим улар өсөн дино­заврҙар иленә экскурсия үткәргән. Үҙе лә был боронғо йән эйәләре менән бик ҡыҙыҡ­һына икән. Баһалама комиссияһы ағзалары бәләкәй полиглотты лайыҡлы баһалап, шоуҙың киләһе турына үткәрә.

Максимдың әсәһе Рәйсә Яруллина үҙе лә тел белгесе икән дә. Уның әйтеүенсә, өйҙәрендә башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә аралашалар.
Читайте нас: