+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
20 Сентябрь 2019, 14:00

Битең ҡыҙарамы?

Һәр кемебеҙҙең бите ҡыҙарған саҡтар була. Ғәҙәттә, оялған йәки ныҡ асыуланған, үҙеңде бик ғәйепле тойған ваҡытта ҡып-ҡыҙыл алма төҫөнә инәбеҙ.

Күптәрегеҙ тиңдәштәре араһында ла быны күҙәткәне барҙыр. Бигерәк тә өйгә эш әҙерләмәй, уҡымай килгәндәрҙең, берәй сәбәп табып, алдашырға яратҡандарҙың йөҙ­ҙәре ҡыҙарғаны күренә.
Нилектән былай килеп сыға һуң? Баҡһаң, тире ҡатламдарының ҡыҙарыуы бик ныҡ тулҡынланыуҙан икән. Был хәл баш мейебеҙҙәге капиллярҙарҙы киңәйтеүгә килтерә. Бындай саҡта яңаҡтар һәм ҡолаҡтар, хатта муйын һәм маңлай ҙа ҡыҙарыуы ихтимал. Ниндәй генә эске көсөргәнешлек килеп тыумаһын, организм кешенең үҙ-үҙен тотошона яуап биреүсе нервы сис­темаһын әүҙемләштерергә тотона. Шулай борсолоусының йөрәге йыш тибә, мускулдары көсөргәнә, тир биҙҙәре эшмәкәрлеге көсәйә башлай.

Иҫнәү ҙә йоғошло

Бер кеше иҫнәүен эргәһендәгеләргә лә күсерә икән. Шулай ҙур иҫнәүселәр сылбыры барлыҡҡа килеүен көт тә тор. Ысынлап та, сәйер һәм ҡыҙыҡлы ла күренеш был. Ғалимдар фекеренсә, йоғошло иҫнәүҙең барлыҡҡа килеүе кешелә эмпатия, йәғни юғары бирешеүсәнлек кеүек кешелек сифаты булыуы менән бәйле. Был күренеште махсус вербаль булмаған аралашыу билдәһе тип тә атарға була. Икенсе төрлө әйткәндә, ғәҙәти иҫнәү, теге һәм был әңгәмәсе һеҙҙең хис-тойғоғоҙҙо тыңларға әҙер, тигәнде белдерә.
Беләһегеҙме, 2010 йылда Коннектитут ҡалаһындағы университет үткәргән тикшереү буйынса, аутизм менән яфаланыусы балалар күмәк иҫнәү күренешенә һирәгерәк дусар ителә икән. Әлеге хәлде өҙгөләнеү, борсолоу һәләтлектәре боҙолоуы менән аңлатырға мөмкин.
Ә һаулығы буйынса бер ниндәй сирҙәре табылмағандар иҫнәүгә бер нисек тә ҡаршы тора алмай. Бәлки, шуғалыр ҙа был күренеште тикшереүсе ғалимдар уны кислород ҡытлығы кисереүҙән барлыҡҡа килгән ихтыярһыҙ реак­ция тип тә атай.

Ниндәй торошта йоҡлайһың?

Ҡырын ятып йоҡлау умыртҡалыҡ өсөн зыянлы, эскә ятыу эске ҡорһаҡ баҫымын күтәрә, тип белдерҙе кардиолог Валерий Садовой. Белгес һүҙҙәренсә, иң һәйбәте – арҡаға ятып серем итеү. Ул шулай уҡ ултырып йоҡлауҙы ла йоҡо өсөн ҡурҡыныс торош рәтенә индерҙе. Йөрәккә насар йоғонто яһай, ҡан баҫымын күтәрә, шул арҡала шешенеүҙәр барлыҡҡа килә икән. Ә был иһә венаның киңәйеүенә һәм ҡан ойошоуына килтерә.

Виртуаль ысынбарлыҡ ҡурҡыуҙы дауалай

Өйөгөҙҙә үрмәксе күреп ҡал­һағыҙ, ҡотоғоҙ осамы? Эйе икән, тимәк, һеҙҙә арахнофобия бар, тигән һүҙ. Донъяла ҡараңғынан ҡурҡыусылар ҙа күп. Улар никтофобия менән интегә. Аҡсаны күреп шөрләүселәр барлығы бигерәк ҡыҙыҡ инде, улар хрематофобия менән сирләй. Барыһын-барыһын һанай башлаһаң, 40 меңгә яҡын ҡурҡыу төрөн табырға мөмкин. Көн һайын яңылары барлыҡҡа килеп кенә тора.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында табиптар ҡурҡыуҙы дауалау өсөн виртуаль ысынбарлыҡҡа ҙур өмөт бағлаһа, әле был ысулды ҡуллана башлағандар. Бының өсөн ҡурҡҡан нәмәңде күҙ алдына килтерергә лә кәрәкмәй. Кеше өсөн быны компьютер үҙе башҡара. Ул күҙәтеүсе тирәләй киңлек кеүек өс үлсәүле кәүҙәләнеш тыуҙыра. Шунан инде ҡур­ҡыу һәм башҡа кире борсолоуҙар менән виртуаль мөхиттә эш алып барыла.
Читайте нас: