+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Былар ҡыҙыҡлы
9 Октябрь 2019, 14:45

Бәләкәстәр йоҡламаһа...

Телмәребеҙгә “лайфхак” һүҙенең килеп инеүен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, эйе бит? Инглизсәнән тәржемә иткәндә, тормош хәйләһе, халыҡ аҡылы, көнкүрештә нимәнелер ваҡыт әрәм итмәй генә эшләргә кәңәш биреү кеүек мәғәнәләргә эйә икән ул.

Фейсбукта бер Америка ҡатыны йоҡлар алдынан ҡыҙҙарын нисек тынысландырыуы тураһында яҙғас, уның лайфхакын шул тиклем оҡшаталар. Балаларына төнөн яҡтыра торған йоҡо кейемдәре һатып алған да: «Тик улар ҡараңғыла янһын өсөн йоҡлар алдынан кейеп, яҡтыла тик кенә ятып, көс йыйҙырып алырға кәрәк», – тип белдергән. Көндөҙ шкафҡа алып ҡуя икән. Ҡыҙҙар йоҡлар алдынан шулай тик кенә ятып, тыныслана башлаған. Әсә кеше әҙ генә алдашыуы өсөн бер ҙә уңайһыҙланмай, уның ҡарауы бәләкәстәр тиҙ генә йоҡлап китә, ти.

Был туралағы яҙма фейсбукта 206 мең “лайыҡ” йыйған, 124 мең кеше уны үҙенең диуарына күсереп алған. Күптәр кәңәште ҡулланырға теләк белдергән, хатта был идея өсөн түләргә тейештәр, тип комментарий яҙыусы ла бар икән.
Читайте нас: